Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығын полиция генерал-майоры Александр Прядко етәкләйәсәк

Бөгөн уны шәхси состав менән Рәсәй Эске эштәр министры Владимир Колокольцев таныштырҙы. Федераль ведомство етәксеһе әйтеүенсә, Александр Прядко үҙен яҡшы белгес булараҡ күрһәткән. Уға әле 58 йәш. Силәбе өлкәһендә тыуған. Эске эштәр органдарында 1994 йылдан бирле эшләй. Һуңғы өс йылда Архангел өлкәһе буйынса эске эштәр министрлығын етәкләгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ