Уларҙы Республика Башлығы ҡушыуы буйынса махсус автобус менән ҡаршы алдылар. Ир-егеттәр иң тәүҙә легендар комдив һәйкәленә сәскә һалды, аҙаҡ яҡындары менән осрашты. Улар ике аҙна дауамында ғаиләләре, яҡындары менән ял итәсәк. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙары яңы ирекле хәрби берәмектәр булдырыу башланғысын хуплап сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала тағы ла “Ватан”, “Төньяҡ Амурҙары” һәм “Даян Мурзин” исемдәрен йөрөтәсәк 3 ирекле батальон туплана. Ирекмәндәр сафына 60 йәшкә тиклемге ирҙәр ҡабул ителә. Әле 250-гә яҡын ир-егет тыныслыҡ өсөн көрәшеүгә ризалығын белдергән. Ирекмәндәр араһында офицерҙар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар ҙа бар.






