Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Төбәктә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 265 ҡыҙ тәбрикләнде. Гүзәл заттар иҫтәлекле бүләктәр алып, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында музыкаль спектакль ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бер нисә сәғәткә тылсым һәм мөғжизә иленә эләккән ҡыҙҙарҙың күбеһе «Кескәй Принцессалар балында» беренсе тапҡыр. Мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙар көндәлегендә ҡатмарлыҡтар етәрлек, шуға ла Өфөлә үткән байрам һәр кем өсөн көтөп алынған ваҡиға. Балда ҡатнашыу өсөн күлдәк, прическаларҙы алдан әҙерләп ҡыҙҙар әсәйҙәре менән республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған.
6 йәштән 12 йәшкәсә ҡыҙҙар өсөн ойошторолған балда күргәҙмә, фотозона, оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары эшләне. Сарала ҡатнашыусылар тиҫтерҙәре менән аралашып, әкиәт персонаждары менән уйындар уйнаны. Балды ойоштороусылар ҡуйылған маҡсаттарына ирешеп, балаларҙы ихлас ҡыуандыра алды.
«Кескәй Принцесса балы» Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса төбәктә дүртенсе йыл рәттән ойошторола. Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙарҙың хыялын тормошҡа ашырыу, уларҙы мөғжизәгә йәлеп итеү өсөн уҙғарылған сараның программаһы йылдан-йыл киңәйә, байытыла.
«Летучий Голландец» музыкаль спектаклен ҡарап бүләк алған ҡыҙҙар өсөн принцесса балы иҫтәлекле көндәрҙең береһе булыр тигән ышаныс тыуа. Көслө рухлы кескәйҙәр өсөн дәртләндереү саралары ижади үрҙәргә тағы ла этәргес булып тора.
Флорида Ким



