Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостандың мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы йыл педагогы» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Уның һөҙөмтәләре буйынса ике тәрбиәсе еңеүсе тип билдәләнеп, Рәсәй кимәлендәге бәйге этабына сыҡты. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән репортаж.
Өфөнөң 202-се полилингваль балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева туған телдә уҡытыу буйынса йыл тәрбиәсеһе тип танылды. Гөлсинә Азат ҡыҙы 20 йылдан ашыу балалар менән эшләй. Һөнәри конкурста еңеү өсөн тәү сиратта эшеңде яратырға кәрәк тигән фекерҙә иң яҡшы педагог.
Йыл тәрбиәсеһе бәйгендә быйыл 46 район һәм 9 ҡаланан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәселәре ҡатнашҡан. Республикала өсөнсө йыл рәттән һәм Рәсәйҙә быйыл тәүге тапҡыр туған телдә уҡытыу буйынса мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы йыл педагогы номинацияһы булдырылған.
Башҡортостанда 1010 мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы иҫәпләнә. Унда 20 меңгә яҡын тәрбиәсе эшләй. Яңы эш башлаған тәрбиәселәр тәжрибәле остаз ярҙамына мохтаж. Рәсәйҙә иғлан ителгән «Уҡытыусы һәм остаз йылы»нда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына иғтибар артыр тип көтөлә.
Иң яҡшы тәрбиәсе бәйгеһе республикала 2012 йылдан алып уҙғарыла, быйыл конкурста 91 педагог үҙ көсөн һынаған. Ике абсолют еңеүсе республика данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова



