Спорт аша сәләмәт тормошҡа юл. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары гемодиализда булған, бөйөр, бауыр трансплантацияһы үткәргән пациенттар менән футбол буйынса турнирҙа ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышты БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Гол үҙенә күрә аҡ халатлыларға рәхмәт билдәһе. Бөрөнән Рөстәм Сәлимов уйындың тәүге секундтарынан уҡ табиптар командаһы ҡапҡаһына туп индерҙе. Биш йыл элек бөйөр трансплантацияһы үткәргән ир бөгөн тулы тормош менән йәшәй алыуына һөйөнә. Спорттан айырылғыһыҙ булыуын билдәләй. Ә бит ҡасандыр уға яһалма ағза аппаратында ятырға тура килгән.
Донор ағзаһы күсереп ултыртыу ауырыуҙарға икенсе тыуған көнгә тиң. Былтыр ғына Башҡортостан табиптары бөйөр трансплантациялау буйынса 38 операция уҙғарған. Сиратта тороусылар һаны тағы ла күберәк. Айнур Хәсәнов ун йылдан ашыу гемодиализда булыуына ҡарамаҫтан, спортһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Бөтә Донъя бөйөр көнөнә арналған турнирға ла оло теләк менән килгән.
Республикала бөйөр, бауыр, йөрәк трансплантацияһы үткәргән пациенттар һәм табиптар араһында футбол турнирҙары 2014 йылдан алып уҙғарыла. Күләмле спорт сараһы медицинаның көслө булыуын дәлилләй.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса пациенттар командаһы Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен 5-кә 4 иҫәбе менән еңде. Беренселек алыусыларға миҙалдар һәм Кубок тапшырылды. Донор органдары трансплантацияһын үткәреүселәр ҡурҡыу белмәй, ҙурыраҡ ярыштарға әҙерләнә.
Быйыл июль аҙағында Мәскәүҙә икенсе тапҡыр «Трансплант уйындар» үтә. Күләмле сара Президент гранттары Фонды ярҙамында ойошторола. Унда тиҫтәнән ашыу спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарыла. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың йыйылма командаһы илдең баш ҡалаһына барып, 26 миҙал алып ҡайтҡайны. Быйылғы күрһәткес тағы ла юғарыраҡ булыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина



