Башҡортостанда тәүге «Ирекмән» миҙалдары тапшырылды

Республика Башлығының почетлы наградалары бөгөн Өфөлә үткән беренсе ирекмәндәр форумында бирелде. Сарала республика төбәктәренән меңдән ашыу вәкил ҡатнашты. Улар төрлө өлкәләрҙә эш алып бара - тирә-яҡ мөхит һағында тора, юғалған кешеләрҙе эҙләй, янғындарға ҡаршы көрәшә, мохтаждарға булышлыҡ итә. Һуңғы осорҙа иһә ирекмәндәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәтеү менән мәшғүл. Фоумда ҡатнашыусыларҙы Республика башлығы тәбрикләне. Илгә ауырлыҡ килгәндә һеҙ иңегеҙҙе ҡуйҙығыҙ, тине Радий Хәбиров. Форумдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Гитарала уйнап йырлаған үҫмерҙәр тәү ҡарамаҡҡа башҡа тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмай. Ысынбарлыҡта уларҙың иңендә оло бурыстар ята. Был уҡыусылар өсөн изгелек, миһырбанлыҡ игән төшөнсәләр ят түгел. Әбйәлил үҫмерҙәре мәктәптә белем алыуҙан тыш, мохтаждарға даими ярҙам итә.

Фойелағы күргәҙмә үҙе үк ирекмәндәрҙең төрлө йүнәлештә эшләүен сағылдыра. Улар экологик өмәләр ойоштора, юғалған кешеләрҙе эҙләй, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә, оло быуын кешеләренә ярҙам итә, хоспись төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Өфөләге «Үҙебеҙҙең һалдаттар өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» тигән ойошма яугирҙарға йылы кейемдәр оҙата.

Ирекмәнлек өсөн йәш тә, милләт тә, дәрәжә лә, матди хәл дә мөһим түгел. Был хәрәкәткә һәр кем тик күңел ҡушыуы, намыҫ саҡырыуы буйынса килә. Үҙенең көсө, хеҙмәте менән бүлешеү, йылылыҡ, хәстәр өләшеү өсөн. Һәм тап ирекмәндәр йәмғиәтте алға әйҙәүсе, дәртләндереүсе көс булып тора.

Форум тәүге тапҡыр үтә, сарала меңдән ашыу кеше ҡатнаша, әммә был хәрәкәт тағы ла күберәк кешене берләштерә. Әле республика 700-ҙән ашыу ойошма эшләп килә, уларҙа 76 мең тирәһе ағза. Йәмғиәттең иң әүҙем, битараф булмаған вәкилдәре. Улар өйҙә кемделер әрләп, дәғүә белдереп ятыу яҡлы түгел. Ирекмәндәр алғы сафҡа баҫып йәшәйеште ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа улар бар көсөн алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеүгә йүнәлткән.

Форум «Һорау-яуап» рәүешендә барҙы. Әүҙем тормош алып барған ирекмәндәр Республика башлығын һорауҙарға күмде. Залдағылар араһында йәштәр ҙә, урта быуын да, сәстәренә сал төшкән көмөш ирекмәндәр ҙә бар. Хәрәкәт ағзалары «Атайсал» проекты менән дә ҡыҙыҡһына. Радий Хәбиров уй-ниәттәре менән дә бүлеште.

Форумда тәүге тапҡыр Башҡортостан башлығының «Ирекмән» миҙалы тапшырылды. Был наградаға изгелек ҡылыу йәшәү рәүешенә әйләнгән ирекмәндәр лайыҡ булды. Ә Шайморатов батальоны яугирының рәхмәт һүҙҙәре был эшмәкәрлектең мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы Һеҙҙең ярҙамды тойоу еңеүгә көс бирә, тине махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ.

Ирекмән ул һөнәр ҙә, хеҙмәт хаҡы йәки етәкселәр талап иткән өсөн башҡарылған эш тә түгел. Ул кешенең асылы, булмышы, йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса ысын күңелдән эшләнгән изге ғәмәл. Был ярҙамдың бәләкәйме, ҙурмы икәне лә әһәмиәтле түгел, иң мөһиме ул йылылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған һәм тап ошо мәлдә ярҙамға мохтажлыҡ кисергәндәргә йәшәүгә көс өҫтәй, яңы үрҙәргә этәрә.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ