Бөгөн Архангел районында «Атайсал» төбәк форумы үтте

Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр. Бөгөн Архангел районында «Атайсал» төбәк форумы үтте. Осрашыуға урында тыуып үҫкән билдәле шәхестәр һәм эшҡыуарҙар саҡырылды. Был проект ике йыл элек Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән булдырылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул ысын мәғәнәһендә, илһөйәр кешеләрҙе берләштерҙе. Яҡташлыҡ көсөнөң әһәмиәте тураһында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Яңы обелиск, ремонтланған күпер, төҙөкләндерелгән шишмә. «Атайсал» проекты сиктәрендә был баннерҙа Архангел районында башҡарылған эштәрҙең бер нисәүһе генә. Ысынбарлыҡта иһә уларҙың һаны 50-нән ашыу. Изге ниәттәрҙе бойомға ашырыу өсөн яҡташтар тарафынан 10 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп ителгән.

«Атайсал» форумы «Мәңгелек ут»ҡа сәскә һалыуҙан башланды. Бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Ошонда уҡ райондан сыҡҡан 4 Советтар Союзы геройының бюстары урын алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн төбәктә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан бер генә ветеран да ҡалмаған. Әммә уларҙың һәр береһенең исемен яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай.

Үҫеп килгән йәш быуын патриотик рухта тәрбиәләнә. Был йәһәттән былтыр 1-се мәктәптә Шайморатов исемен йөрөткән класс асылған. Бының өсөн махсус форма тектергәндәр, уҡыу программаһы төҙөлгән. Хәҙер балалар алған белемен практикала һынай. Әйткәндәй, мәғариф усағы заман менән бергә атлай. Был йәһәттән «Үҫеш нөктәһе» яңы һулыш биргән, «Мәктәптәргә -спорт көрәше» программаһы ла балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай.

«Атайсал» форумында ҡатнашыусылар урында етештерелгән продукциялар һәм төбәк оҫталарының ҡул эштәре менән дә танышты.

Осрашыуға Архангелдә тыуып үҫкән билдәле шәхестәр һәм эшҡыуарҙар йыйылды. Уларҙың һәр береһе Кесе Ватанына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.

«Атайсал» проектында ҡатнашыу өсөн Архангел районынан ғына 79 ғариза бирелгән. Был эштә айырыуса Абҙан, Ҡыҙыл Еҙем һәм Арх-Латыш ауыл биләмәләре ҙур әүҙемлек күрһәтә.

Форумда ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп ауылдарҙың киләсәген хәстәрләне, Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр тураһында һөйләште. Һуңынан проекта ҡатнашыусы иң әүҙем яҡташтар республика һәм райондың почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ