Документҡа Вице-премьер Александр Шельдяев һәм "Донбасс үҫеше корпорация"һы рәйесе Андрей Шпиленко ҡул ҡуйҙы. Компаниялар берҙәм сәнәғәт кластерҙары булдыра, тип хәбәр итәләр хөкүмәттән. Андрей Шпиленко әйтеүенсә, Башҡортостан Донецк республикаһына кластерҙар булдырыуҙа ярҙам күрһәтеүсе тәүге төбәк. Донбастың баҙары ҙур, Башҡортостан бизнесы өсөн үҫеш мөмкинлектәре буласаҡ.




