Республикалағы ҙур тау саңғыһы курорттары апрелгә тиклем эшләй. Яҙғы һәм йәйге каникул осоронда “Мәктәп туризмы” программаһы ғәмәлдә була. “Быйыл унда өс тапҡырға күберәк балалар ҡатнаша ала”, - ти Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Светлана Верещагина.
Быйыл күберәк пенсионерҙар ҙа республика буйлап сәйәхәт итә ала. “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса 20 меңдән ашыу кеше түләүһеҙ бер көнлөк сәйәхәткә сыға ала. Светлана Верещагина дауам итә.







