Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағындағы мөһим үҙгәрештәрҙе Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Дүртөйлө районында үткән кәңәшмәлә ауыл эшсәндәре алдында бурыстар билдәләнде.
Белгестәр әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа һөт, ит, соя һәм борсаҡҡа ихтыяж артасаҡ. Әлегә ҡуҙаҡлы култура сит илдән килтерелә һәм ул мал аҙығы булараҡ ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта илдә малдар һаны арта. Илшат Фәзрахманов мал аҙығы әҙерләүҙә донъяуи технологияларҙы ла ҡулланыу кәрәклеген белдерҙе.



