Әсә һөтө менән ингән. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһында әсә һөтө банкы асылды. Унда дауахананың бала табыу йорто пациенттары һөтө һаҡланасаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Һигеҙенсе ҡала клиник дауаханаһында күптән көтөлгән көн. Атап әйткәндә, ул өс йылға- пандемия ваҡытына кисектерелә килгән. Бала табыу йортоноң бәләкәй генә бүлмәһендә оло эш башҡарыласаҡ. Бында әсә һөтө банкы асылды. Шкафта стерилле һауыттар һаҡлана. Әсәләр уға күкрәк һөтөн тултырып килтергәс тә, пастеризацияларға ҡуйыла.
Заманса ысул менән пастеризация һөттөң туҡлыҡлы матдәләрен һаҡлап бактерия һәм вирустарын бөтөрөргә ярҙам итә.
Туңдырғыста һөт өс айҙан ярты йылға тиклем һаҡлана ала.
Әсә һөтөн имеп үҫкән баланың сәләмәтлеге ныҡ була ти табиптар. Һүҙ бала саҡ тураһында ғына түгел. Ике йыл тирәһе әсә һөтө менән туҡланыу кешенең ғүмерлек һаулығына нигеҙ һала.
Әлегә ҡатындар һөтөн үҙ балаһы өсөн генә ҡуллана ала. Һөт банкы әсә ҡапыл ауырып китһә, йә башҡа төрлө сәбәптән имеҙә алмаһа, шулай уҡ сабый реанимацияла ятҡан осраҡта ярҙам.
Проект Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 8-се ҡала клиник дауаханаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә эшләнгән, медицина техникаһы өсөн сығым хәйриә фондынан бүленгән. Киләсәктә бындай банктарҙы республика перинаталь үҙәгендә, 17-се балалар дауаханаһында ла булдырыу көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева



