Бөгөн Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр диктанты үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында уҙған диктантта депутаттар, студенттар ҡатнашты. Улар торлаҡ- коммуналь өлкәгә ҡағылышлы тест һорауҙарына яуап бирҙе. Яҙма эшкә онлайн ҡушылыу мөмкинлеге лә булды.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр» проектының Бөтә Рәсәй акцияһы 14 февралдән 14 апрелгәсә үтә. Уның маҡсаты фатир хужаларының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса белемен арттырыу, был өлкәләге эштең сифатын күҙәтеү.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ