Сәләмәт тормошто яҡлап. Ейәнсура районы Яңыбай ауылында «Уйна, гармун» байрамы ойошторолдо. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
«Айыҡ ауыл» байрамы баш ҡаланан һәм ут күршеләребеҙ Ырымбур өлкәһенән саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ауылдың социаль -мәҙәни усаҡтары менән танышыуҙан башланды. Заманса «Яңыбай» арт -обьекты, «Дуҫлыҡ» паркы ауылдың йөҙөн билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискты яңыбайҙар тирә-яғын тәрбиәләп, һәр ваҡыт тәртиптә тота. Илебеҙгә азатлыҡ яулаусылар хаҡында онотмай, йылы хәтирәләрҙе быуындан-быуынға күсерә.
Яңыбайҙа дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фап эшләй.
Мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған күргәҙмәлә ошо төбәктә йәшәүселәрҙең ижади эштәре менән танышырға мөмкин ине. Фуат Хужахмәтовтың оригиналь ҡумыҙҙары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡорамалары, дебет шәлдәрен, һәүәҫкәр рассамдарҙың һүрәттәрен ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Яңыбайҙар «Айыҡ ауыл» байрамына гармунсыларҙы тирә -яҡ ауылдарҙан, хатта Һарыҡташтан, Ҡыуандыҡтан да саҡырған. Гармун күректәрен тартыусы, моңға ғашиҡ ир-егеттәр дәртле көйҙәр уйнап, сараға айырым дәрт өҫтәне.
Тырыш, берҙәм ауыл халҡы айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Яңыбайҙарҙың республика конкурсында район данын яҡлап еңеүселәр рәтенә күтәрелеү мөмкинлеге ҙур, ти, район хакимиәте башлығы.
«Уйна, гармун!» конкурсы Яңыбай ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үтте. Төбәк-ара кимәлдәге моң ярышы төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәһе булған 36 гармунсыны берләштерҙе.
Сәғиттән Ҡыуатовтарҙың ғаилә ансамбле үҙенең сығышын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә арнаны. Гөлдәриә һәм Ришат Ҡыуатовтар иң яҡшы ғаилә ансамбле номинацияһы еңеүселәре тип табылды. Яңыбайҙан Фуат Хужахмәтов беренсе, Һарыҡташ районы Һунарсы ауылынан Иҙел Аралбаев икенсе, Ҡыуандыҡтан Мансур Ҡыуатов өсөнсө урын яуланы. Байрам хужалары, айыҡ моң байрамын ойоштороусы яңыбайҙар гран-приға лайыҡ булды.
Ойоштороусылар еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы. Моң байрамына килеүсе тамашасы халыҡ араһынан сыҡҡан виртуоз гармунсылар сығышын тыңлап йәшәүгә көс, дәрт һәм илһам алды.
Яңыбайҙа 600 ашыу кеше ғүмер итә. Ауыл тирә-яҡта өс тиҫтәгә яҡын гармунсыһы менән дан тота. Бөгөн Яңыбай ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһе, ауыл урамдары гармун моңдарына күмелде. Гармун күректәрен тартыусылар киләсәктә беҙҙең һөнәрҙе лә дауам итеүселәр булыр тигән ышаныс менән ойошторҙо айыҡлыҡ һәм моң байрамын.
Гүзәл Борханова



