Урындағы ағинәйҙәр сигеү сигә, ойоҡбаштар бәйләй, ултырғыс түшәктәре, түшелдеректәр тегә. Сарала оҫтабикәләр күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәрен эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мул табын әҙерләгән. Ишкилде ауылында «Ултырайыҡ әле, бөгөн кис...» саралары «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе сиктәрендә үтә.



