Заманса спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, ошо районда тыуып үҫкән 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, Дәүләт думаһы депутаты Рима Баталова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Шарандар физкультура-һауыҡтырыу комплексының сафҡа индерелеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Спорт объекты 2019 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылға тейеш була, әммә намыҫһыҙ подрядсы ойошма арҡаһында дәүләт контракты туҡтатыла һәм эш яңынан башлана.
Яңы комплекста 4 һыҙатлы бассейн бар, уның оҙонлоғо 25 метр. Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов әйтеүенсә, был райондағы тәүге бассейн. Ә йөҙөү менән шөғөлләнергә теләгән балалар ҙа, өлкән быуын вәкилдәре лә күп. Шулай уҡ бында көрәш, волейбол, ауыр атлетика, дзюдо һәм башҡа түңәрәктәр ҙә эшләйәсәк.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт менән шөғөлләнеү өсөн тулы шарттар ҡаралған. Кейем алмаштырыу, ял, табип бүлмәләре бар. Физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн айырым уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Шаран райондың спорт ветерандарына, төбәктә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәргә, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалаусы кешеләргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.



