Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала бейеү буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте. «Паркетта йондоҙҙар» тип аталған бәйге Башҡортостан район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән ярышсыларҙы берләштерҙе. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бейеү спорты ярышы 3-сө йыл рәттән Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙҙы. Сараны коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогының бронза призерҙары, Башҡортостан Чемпиондары Данил Кудряшов менән Анастасия Акатьева асты. Улар көйәрмәндәр өсөн «Мөхәббәт хаҡында» бейеүен башҡарҙы.
Рәсәй ҡалаларынан һәм Башҡортостан райондарынан 60 егет һәм ҡыҙ яңғыҙ, парлы һәм ҡатнаш бейеүҙәр номинацияларында көс һынаны. Хәйбулла районынан килгән 15 йәшлек Ғәлиә Шәрипова ярышҡа етди әҙерләнгән, уның репертуарында төрлө халыҡ бейеүе бар.
Ил кимәлендә үткән коляскала бейеү буйынса ярыштарҙа Башҡортостан вәкилдәре лайыҡлы урындар яулай. Мәҫәлән, былтыр беҙҙекеләр Рәсәй Чемпионатында дүртенсе, ә Рәсәй Кубогында өсөнсө урынға иреште.
Башҡортостан Чемпионаты бейеү спорты менән шөғөлләнеүсе малай-ҡыҙҙарҙы ла йыйҙы. Ярыш еңеүселәре майҙа үтәсәк Рәсәй Чемпионатында ҡатнашасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



