Өфөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы уҙҙы

Фестиваль 500-ҙән ашыу сәмле спорт төрөн яратыусыларҙы берләштерҙе. Сәләмәт тормошто популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған уҙышты БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Старт һыҙығына тәүгеләрҙән булып ғаиләләр баҫа. Эстафетаны атайҙар башлаһа, финишҡа беренсе булып килеп етеү - балалар бурысы. Еңеү тап кескәйҙәр ҡулында тип әйтергә мөмкин. Ғаиләләр уҙышы - ярыштың иң күләмле өлөшө. Үҙең менән саңғы, таяҡтан башҡа, дәртләндереүсе төркөм алып килеү мотлаҡ.

Мозафаровтар ғаиләһе ҡышҡы спартакиадала йыл һайын ҡатнаша. Уларҙа сәләмәт тормош тәүмаҡсат булып тора. Әсә кеше - балалар баҡсаһында тәрбиәләүсе, ә ғаилә башлығы төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Волейбол, хоккей менән әүҙем шөғөлләнәләр, балаларын да спортҡа йәлеп итергә тырышалар.

Ярышта бер нисә номинация буйынса һөс һынаштылар. Йәш категорияһы, ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар араһында, ә етәкселәр уҙышы ярыштың иң ҡыҙыҡ өлөшө булды. Трасса еңелдән бирелмәне. Йылы һауа торошо арҡаһында саңғы юлы һырғалаҡҡа әйләнеп өлгөргәйне. Тик был ярышта ҡатнашыусыларҙың кәйефен боҙманы.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы быйыл 15-се тапҡыр ойошторолдо. Ҡышҡы спартакиаданан тыш, тармаҡ вәкилдәре өсөн көҙгө марафондар үтә.

Ҡар инде иреп бөтөп барһа ла, саңғысыларҙы был туҡтатмай. Көс биреүсе, кәйеф күтәреүсе сәмле спорт төрө ысын саңғысыларҙы киләһе ҡышҡа тиклем һағындырасаҡ әле. Киләһе эстафетаға тиклем...

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ