Аҡланмаған өмөттәр. «Салауат Юлаев» клубы өсөн быйылғы миҙгел иртә тамамланды. Өфө хоккейсылары Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалды.
Яҡташтарабыҙ Континенталь хоккей лигаһы тарихында 5-се тапҡыр плей-оффтың беренсе раунды серияһында еңелде. Һуңғы тапҡыр юлаевсылар бындай уңышһыҙлыҡҡа 2017 йылда тарығайны. Ә бына «Адмирал» клубы Көнсығыш конференцияла беренсе булып 7-се йәки унан түбәнерәк урын менән хәл иткес уйындар серияһында еңеү яуланы. Владивостокта уҙған бөгөнгө осрашыуҙа хужалар индергән 3 шайбаға яҡташтарыбыҙ 2 гол менән генә яуап ҡайтара алды. Шулай итеп моряктар серияла 4: 2 иҫәбе менән еңде һәм Гагарин кубогының икенсе этабына сыҡты.



