Радий Хәбиров рәйеслегендәге Башҡортостан делегацияһының Иранда эш сәфәре бара

Санкция шарттарында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен нығытыу. Радий Хәбиров рәйеслегендәге Башҡортостан делегацияһының Иранда эш сәфәре бара. Эшлекле программа сиктәрендә, Ислам республикаһы вице-президенты, министрлыҡ-ведомство, ҡеүәтле компаниялар етәкселәре менән осрашыу ҡаралған. Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостан делегацияһын аэропортта Ирандың Сәнәғәт, мәғдән һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәмәт Мусави ҡаршы алды. Ул Иран менән Рәсәй, уның төбәктәре араһында эшлекле бәйләнештәр урынлаштырылыуын билдәләп үтте. Хужалар эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт тупларға, яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләргә иҫәп тота.

Башҡортостан делегацияһының эш сәфәре алдынан Республиканың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәттәр менән танышып сыҡтым. Ике яҡ араһындағы бәйләнештәргә күптән нигеҙ һалыныуын белеп ғәжәпләндем. Беҙ был хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә күтәрә алабыҙ.

Мөхәммәт Мусави, Ирандың Сәнәғәт, мәғдән һәм сауҙа министры урынбаҫары

Башҡортостан делегацияһы составында Хөкүмәт ағзалары, Иран менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындырған ҡеүәтле компаниялар етәкселәре. Ә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре бихисап. Эшлекле бәйләнештәр хаҡында һүҙ Ирандың сәнәғәт, мәғдән һәм сауҙа министры Сәйед Реза Фатеми-Әмин менән осрашыуында ла барҙы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан тәү сиратта нефть тармағында хеҙмәттәшлек итә ала. Шулай уҡ пилотһыҙ авиация һәм машиналар эшләү буйынса уртаҡ йүнәлештәр күп. Республикала автобустар, бетон ташыу машиналары, электробустар сығарыла. Радий Хәбиров Хөкүмәт етәкселегенә Иранға рәсми сәфәр буйынса юл картаһы әҙерләргә ҡушты. Был документта ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу юлдары тулы сағылыш табасаҡ.

Тегеранда уҙған эшлекле осрашыуҙа һүҙ нефть-газ тармағында хеҙмәттәшлек һәм берлектәге проекттар хаҡында барҙы. Ирандың нефть министры урынбаҫары Мохсен Ходжасте-Мехр әйтеүенсә, уларҙың дәүләте был өлкәлә бай тәжрибә туплаған.

Иран донъяла газ ятҡылыҡтары буйынса Рәсәйҙән ҡала икенсе урынды биләй. Ә нефть ятҡылыҡтары менән өсөнсө урында тора. Беҙ Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ. Нефть продукттарын табыу, эшкәртеү һәм ташыу буйынса хеҙмәттәшлек йүнәлештәре күп.

Мохсен Ходжасте-Мехр, Ирандың Нефть министры урынбаҫары

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре барышында Ирандың сәнәғәт объекттарында булырға, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары менән танышырға ниәтләй. Шулай уҡ Республиканың инвестиция ҡеүәтен презентациялау ҙа ҡаралған. Сәфәр ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу менән тамамлана.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ