Былтыр Башҡортостанда йәшәүселәр 6 миллиард һумлыҡ мөлкәт һалымы түләгән

Тупланған ҙур суммаға ҡарамаҫтан, төбәктә һалым бурыстарын түләмәүселәр ҙә байтаҡ. Транспорт өсөн йыйылған бурыс күләме генә миллиард ярым һумдан аша. Намыҫһыҙ водителдәр араһында ҡиммәтле машина хужалары ла байтаҡ. Белгестәр ойошторған рейд барышында БМВ х5, Шевроле Тахо, Ауди А4 автомобиль маркаларына арест һалынды. Тикшереү үткәрелгәндән һуң транспорт саралары һалым бурыстарын түләүгә йүнәлтелер тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ