Республикала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә саралар дауам итә. Әйтәйек, Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы, ҡышты оҙатып, быйма байрамы ойошторҙо. Төрлөсә биҙәлгән быйма кейеп ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттар ярыштарҙа ҡатнашты, хоккей уйнаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сигелгән, төрлөсә сәскәләр менән биҙәлгән, милли орнамент менән семәрләнгән. Кеше фантазияһы сикһеҙ тигәндәй, оҫтабикәләр ҙә быймаларҙы үҙенсәлекле итергә тырышҡан. Ҡайһы берҙәренән хатта ҡыңғырау, тәңкә сыңлауы ишетелә. Бындай быймаларҙа аяҡтар үҙҙәре тыпырлай, ти бейеүселәр. Күңел асыуҙан һуң, гүзәл заттар быйманы алыҫҡа ташлау, бер быйма менән икенсеһен ҡолатыу кеүек сәмле уйындарҙа ҡатнашты.
Хоккей турниры ла сәмле барҙы. Уйын өсөн махсус сәкәндәр ауылдың оҫта ағайҙары ярҙамында әҙерләнгәйне. Ирҙәр араһындағы ярышта өс команда көс һынашты. Ҡыҙыу уйында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бирешмәй, еңеүгә ынтылды.
Уҡтан атыу халыҡ байрамының иң сәмле өлөшөнә әйләнде. Сара аҙағында ярыштарға йомғаҡтар яһалып, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡышты оҙатыу байрамынан һәр ҡатнашыусы үҙе өсөн көс-дәрт алып таралышты.
Рәзилә Ғиниәтуллина



