Әбйәлил районы Башҡортостан уҡыусыларының 25-се спартакиадаһы финалын ҡабул итте

2008-2010 йылғы балалар грек-рим көрәше көслөләрҙе асыҡланы. Ярышта республика төбәктәренең йәш көрәшселәре - зона бәйгеләре еңеүселәре ҡатнашты. Келәм батырҙары оҫталығын Магнитогорск, Күмертау, Белорет ҡалалары, шулай уҡ урындағы судьялар бригадаһы баһаланы.

Әйтергә кәрәк, һуңғы бер нисә йылда спорттың был төрөнә Башҡортостанда айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Быға «Мәктәптәргә - спорт көрәше» федераль программаһының ғәмәлгә ашырылыуы, ауыл тренерҙарының 1 миллион һум алыуы үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Өҫтәүенә, грек-рим көрәше олимпия уйындары программаһына индерелгән.

Көнө буйы дауам иткән ярыш һөҙөмтәһе буйынса муниципаль райондар араһында тәүге өс урынды Әбйәлил, Асҡын һәм Бөрйән райондары бүлеште. Ә бына ҡалалар араһында Белорет спортсылары алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Призлы урындарға шулай уҡ Күмертау һәм Стәрламаҡ ҡомандалары лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ