Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.
Ҡатмарлы социаль-иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, 2022 йыл Шаран районы өсөн уңыштарға ла бай булған. Төбәк муниципаль берәмектәр араһында инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы урын биләй.
Шаранда ауыл хужалығы, етештереү өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Районда айырыуса еләк үҫтереү менән шөғөлләнеүселәр күп, был йүнәлеш төбәктең йөҙөн билдәләүсе брендҡа әүерелеп бара. Былтыр тәүге тапҡыр еләк фестивале лә ойошторолған.
Сарала райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәт алдынғылары ла билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең Шарандағы үҙ хәбәрсеһе Әлфинә Андреева ла бар. Уға «Атайсал» проектында ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаты тапшырылды. Ирек Сәғитов алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәткән шарандарға ҙур рәхмәтен дә еткерҙе.



