Ейәнсура малсылары -тоҡомло һарыҡ үрсетеү флагмандары

Континенталь һауа шарттарына яраҡлашҡан ит һәм йөн йүнәлешендәге Волгоград тоҡомло һарыҡ үрсетеүселәр әлеге ваҡытта яңы тыуған бәрәстәр ҡабул итеү менән мәшғүл. Ейәнсура районының «Маяҡ» тоҡомсолоҡ хужалығы эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Маяҡ» хужалығының һарыҡ фермалары райондың өс нөктәһендә: Самаҙы, Таҙлар, Аҡҡондоҙҙа урынлашҡан. Хужалыҡта барлығы 10500 Волгоград тоҡомло һарыҡ малы. Был тоҡом үткән быуатта, 1938 йылда ерле һәм Төньяҡ Кавказ һарыҡтарын ҡушып, ит һәм йөн йүнәлешендә континенталь климатҡа яраҡлаштырылған, тоҡом үрсетелә. Рәсәйҙә 600 ашыу һарыҡ тоҡомо иҫәпләнһә лә, ейәнсуралар тап ошо тоҡомға өҫтөнлөк бирә.

Был һарыҡтар аҙна элек кенә бәрәсләгән. Талымһыҙ тоҡом һарыҡтарының бәрәстәре ҙур көтөүгә сыҡҡансы 10 көн дауамында бинала аҫрала. Ауырлығы яҡшы итеп тәрбиәләгәндә 4 айҙа 36 килограммға етеүе ихтимал, ти белгестәр.

«Аҡҡондоҙ» фермаһында Волгоград тоҡомло һарыҡтар 2013 йылдың октябренән үрсетелә башлай. Быйыл иһә бәрәстәрҙе 2900-гә еткерергә ниәтләйҙәр.

Хужалыҡта яһалма аталандырыу ысулы ҡулланыла. Витаминдар менән байытылған аҙыҡ рационы, ентекле ветеринар күҙәтеүе лә юғалтыуҙарһыҙ һәм табышлы эшләү мөмкинлеге бирә.

Ейәнсура малсылары тоҡомло һарыҡ үрсетеү үҙен аҡлай тигән ҡарашта. Уларҙың ауырлығы 125 килограмға етеүе ихтимал. Ә был һәр малдан 15 килограмм сифатлы йөн алыу мөмкинлеген бирә. Волгоград тоҡомдо уүсетеүселәр киләсәктә ит ярымфабрикаттарын етештереү һәм йөн эшкәртеү линияһын асыу проектын да тормошҡа ашырыға ниәтләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ