Өфөнөң Киров районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды

Әлеге ваҡытта участкала ер эше тамамланыу алдында, төҙөүселәр элекке бинаның нигеҙен һүтеү менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ балалар баҡсаһының монолит нигеҙе һалынып, дымлылыҡтан һаҡлау саралары күрелә. 234 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр ҙә тәрбиәләнә алыр, тип көтөлә.

Проектҡа ярашлы, аҙ мобилле балалар уңайлығы өсөн өс ҡатлы бина махсус күтәргестәр менән йыһазландырыласаҡ. Төҙөлөш «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Объект быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Һауа торошо тотороҡланыу менән, төҙөүселәр канализация, һыу торбалары коммуникациялар эштәрен башлаясаҡ. Уларҙы май аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған. Артабан балалар баҡсаһы биләмәһе төҙөкләндерелә башлаясаҡ. Эш графикка ярашлы алып барыла, ҡатмарлыҡтар юҡ, тип белдерә участка етәксеһе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ