Республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә киң билдәле коллектив әҙерләгән бай йөкмәткеле программаны тамашасылар һәр ваҡыттағыса йылы ҡабул итте. Башҡортостан буйынса ижади сәфәрен тамамлаған ансамбль артистары Рәсәй төбәктәренә ҙур гастролдәргә юлланасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Бейеүҙәрҙә - халыҡ яҙмышы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәр концертын тамашасылар түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән коллектив артистары Башҡортостан буйынса гастролдәрен тамамлап, Рәсәй төбәктәре сәхнәләрендә сығыш яһарға әҙерләнә.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары башҡорт бейеүҙәренән тыш, Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен дә үҫтерерә. Шуға ла тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып һалынған композициялар күп төбәктәрҙә йылы ҡабул ителә.
Республика буйынса гастролдәр программаһы «Башҡортостан» концерт залында ҙур тамаша менән тамамланды. Бейеү һөйөүселәр классик өлгөләрҙе, яңы сығыштарҙы ҡарап рухи көс, дәрт тупланы. Ә инде мартта ансамбль Красноярск крайы ҡалалары буйлап ижади сәфәрен башлар тип көтөлә.
Флорида Ким



