Спорт ярышында профессиональ саңғысылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр, хатта балалар ҙа ҡатнашты. Йәмғеһе унда 700 яҡын саңғысы ҡатнашты. Дистанцияны һәр кем үҙенең хәленә ҡарап һайланы. 1, 5, 10, 30 һәм илле саҡрымға йүгереү мөмкинлеге бирелде. Шулай ҙа иң мөһиме ҡатнашыу һәм үҙ-үҙеңде һынап ҡарау, ти спортсылар.



