Өфөнән Тәһранға тура авиарейс асыла

Был турала Башҡортостан делегацияһының Иранға эш сәфәре барышында килешелде. Хәбәр итеүебеҙсә, Радий Хәбиров рәйеслегендәге делегация был көндәрҙә Ислам республикаһында эшләй. Уның составына Хөкүмәт ағзалары, Иран менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындырған ҡеүәтле компания етәкселәре ингән. Сәфәр сиктәрендә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре ҡарала. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Ирандағы Рәсәй илселегенең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, тәүге илсе бында 1715 йылда, Рус батшалығы заманында уҡ ебәрелә. Илселек тыуған илдең бәләкәй генә мөйөшө һымаҡ, бында һәр тарих, һәр исем яҡшы таныш. Мәҫәлән, майҙанда рус әҙәбиәте классигы, дипломат Александр Грибоедовҡа һәйкәл ҡуйылған.

Александр Грибоедовтың исеме беҙгә « Горе от ума» пьесаһы буйынса таныш. Александр Сергеевич 1828 йылда Ирандағы Рәсәй илселегендә тулы хоҡуҡлы министр вазифаһын башҡара.

Илселектәге һәр бүлмәһе, йыһазы тарихи әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, ошо залда 1943 йылда өс дәүләттең башлыҡтары Сталин, Рузвельт, Черчиль ҡатнашлығындағы конференция уҙа.

Рәсми сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһының Рәсәйҙең Ирандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Дедов һәм Рәсәйҙең Ирандағы сауҙа вәкиле Рөстәм Йыһаншин менән осрашыуы үтте. Киләсәктә ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе көйләү буйынса эш төркөмө булдырыу ҡарала. Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә Иран менән хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөү бурысын да ҡуйҙы. Ул Ислам республикаһы менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен сағылдырырға тейеш. Көҙ Республика көнө алдынан Өфөлә Иран көндәрен уҙғарыу күҙаллана. Ирандағы Рәсәй илселеге-ышаныслы патнер, тине Республика башлығы.

Башҡортостан менән Иран араһындағы тауар әйләнеше әле йылына 100 миллион доллар, әммә был күрһәткесте бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкин. Ирандың иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице президенты Мохсен Резаи менән һөйләшеүҙә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең нефть-химия сәнәғәте, машиналар эшләү үҙәге. Республика предприятиелары күп дәүләттәрҙә, шул иҫәптән Яҡын Көнсығышта нефть эшкәртеү заводтары төҙөгән. Шулай уҡ Башҡортостандан Иранға ауыл хужалығы тауарҙары оҙатырға мөмкин. Ә Ислам республикаһынан беҙгә нефть продукттары, медицина ҡоролмалары килтерергә була.

Яҡтар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн берлектәге проекттар, форум-күргәҙмәләрәҙ ҡатнашыу мотлаҡ. Башҡортостан делегацияһы майҙа Иранда күргәҙмәлә ҡатнашырға ниәтләй, унда төбәктең сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырыу ҡаралған. Ә Ислам Республикаһы вәкилдәре Өфөлә уҙған «Газ. Нефть.Технологяилар» күргәҙмәһенә килергә иҫәп тота.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ