Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Өфөнөң 45-се мәктәбе әҙәби балы уҙҙы

25-се тапҡыр ойошторолған сарала 70 пар вальс бейене. Уҙған быуаттар ауазы, әҙәби - музыкаль кисәлә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына килеп инеү менән ваҡыт машинаһы бер- нисә быуат кирегә алып ҡайтҡандай. Талғын ғына ағылған көй ыңғайына матур итеп кейенгән парҙар грек залына инә. Театрҙа Өфө ҡалаһының 45-се мәктәбенең әҙәби балы. Рим маршы, Испан вальсы,Па-де -грас -залда алма төшөрлөк тә урын юҡ.

Балда өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша. Репетициялар бер ай барһа, ҡыҙҙар ике ай алдан әҙерләнә башлаған. Бал күлдәктәрендә улар үҙҙәрен принцесса һымаҡ тоя.

Етмеш пар бөтәһе егермегә яҡын вальста өйрөлә. Бейеүҙәр араһында уҡыусылар шиғыр һөйләй, йырҙар башҡара.

Уҡыусыларҙа бейеүҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, стимул булдырыу булараҡ башланған сара тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Заман шауҡымы аҫтында еңел-елпе йырҙар менән түгел, классика зауығы аша. Балда ҡатанашыусылар менән бергә мәктәп директоры ла бейей.

Белем усағында ритмика дәресе байтаҡ йылдар беренсе кластан алып уҡ ингән. Бишенсенән һигеҙенселәргә тиклемге балалар өсөн әҙәби бал апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ