Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Станислав Петрутиктың исеме мәңгеләштерелде

Батырҙың иҫтәлегенә герой уҡыған мәктәптә таҡтаташ беркетелде. Митингҡа геройҙың яҡындары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, хәрби комиссариат вәкилдәре йыйылды. Хеҙмәттәштәре уны ҡыйыу, ғәҙел командир, алдына ҡуйылған хәрби бурысты ваҡытында һәм теүәл башҡарыусы кеше булараҡ танып белә. Старшина Станислав Александрович һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Ауылдаштары Герой хөрмәтенә Таутөмән ауылы урамдарының береһенә уның исемен бирергә ҡарар итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ