Быйыл Илеш хужалыҡтарына 69 меңдән ашыу гектарҙа бөртөклө, 4 мең ярым гектарҙа техник һәм 18 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы тора. Орлоҡтоң сифатлы булыуы киләсәк уңыштың нигеҙен билдәләй. Был йәһәттән төбәктә 11 махсус орлоҡсолоҡ хужалығы эшләп килә. Юғары репродуктив орлоҡ етештереүҙә уларҙың сертификаттары бар. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғәбдуллина һөйләй.
Уҙған йыл Илеш хужалыҡтары 235 мең тонна иген йыйып алды. Был күрһәткес буйынса район эшсәндәре икенсе урында.




