Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация эш сәфәре менән Тәһранда булды. Уның барышында ойошмалар араһында 100-гә яҡын осрашыу ойошторолдо. Республика Башлығы фарсы дәүләте хөкүмәте вәкилдәре менән аралашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур.
Башҡортостан һәм Иран араһында хеҙмәттәшлек юлдары айырым программала сағылыш таба.







