Тәнзилә Абдулла ҡыҙы 40 йылға яҡын ғүмерен журналистикаға арнаған. Ул бөгөн дүрт радио өсөн яуаплы. Улар барыһы ла уңышлы эшләй, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә танылыу тапҡан. “Юлдаш” – өс тапҡыр Волга буйы федераль округындағы иң яҡшы радиостанция тип табылды. “Спутник ФМ” – Рәсәйҙең “Радиомания” премияһы лауреаты, “Ашҡаҙар” ретро-радиоһы һәм “Юлдаш Плюс” йәштәр интернет радиолары ла тыңлаусылар араһында абруй яулаған. “Тәнзилә баласаҡтан тырыш, өлгөр һәм маҡсатлы булды”, - ти уның класташтары Тәнзилә Яугилдина һәм Фәрит Киленбаев.
Тәнзилә Үлмәҫбаева 1985 йылда Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. “Элекке союздаш республикаларҙың милли кадрҙары булырға тейешбеҙ. Һәр кем СССР-ҙағы беренсе уҡыу йортонда белем алыуын яҡшы аңлай һәм бының менән ғорурлана ине”, - тип хәтерләй уның курсташы, Әзербайжан Хәрби тарих музейы экспозиция етәксеһе Әбелфәт Ғасымов.
Тәнзилә Үлмәҫбаева күп журналистар минең остазым, ти. Ул егет һәм ҡыҙҙарға һөнәри оҫталыҡҡа ирешергә ярҙам итеүҙән тыш, тормош һабаҡтары ла биргән кеше. Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та матур ғәмәлдәре байтаҡ. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында эшләй.







