Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға белем биреү сертификаттары тапшырыла

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, ошондай документты тәүгеләрҙән булып Бөрө ҡалаһынан яугир һәм уның ғаиләһе алған. Быйыл республикала 700 сертификат бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 200 документ ҡаралған. Ҡалғандары халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торғандар, декрет ялындағы ҡатындар һәм пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнә. Яугирҙәр өсөн белем биреү сертификаты хаҡы 50 мең һум була.

Фото №1 - Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға белем биреү сертификаттары тапшырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ