Башҡортостанда балалар араһында йәберләүҙәрҙе иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ултырыш уҙҙы. Унда мәктәптә буллингты иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды. Һуңғы ваҡытта балалар араһында бер-береңде кәмһетеү һәм йәберләү күренештәре йыш теркәлә. Бынан тыш, социаль селтәрҙәр аша психологик баҫым бара. Депутаттар һәм эксперттар ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү сараларын күрергә ниәтләй. Эшсе төркөмдө вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар араһында йәберләүҙәрҙе иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ