Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо хаҡта ҡарары донъя күрҙе. Документҡа ярашлы, еңел автомобиль хужаһы һәр километр өсөн 12 һум түләй. Йөк машинаһы өсөн хаҡ 38,5 һум була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә түләүле юлдан үтеүгә ташлама бирелә. Әле республикала бындай трассалар юҡ. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы түләүле була. Объект 2023 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.







