Тыуған ер һәм һөйгән йәр өсөн!

Республикала “Ватан” отряды булдырылды. Әле яугирҙәр туплана. Өфөлә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ ир-егеттәр менән осрашыу үтте. “беҙ патриоттар. Ватан һағына баҫыу изге бурысыбыҙ”, - ти Ейәнсура районынан Иҫән ҡушаматлы яугир. Ул быға тиклем Доставалов батальонында хеҙмәт иткән.

Тыуған ер һәм һөйгән йәр өсөн!

“Ватан” отрядын “Самурай” ҡушаматлы командир етәкләй. “Ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡа барғанға тиклем хәрби әҙерлек үтә. Улар бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителә”, - тине ул.

Тыуған ер һәм һөйгән йәр өсөн!

“Бөгөн йәмғиәттә Еңеүгә өлөш индерергә теләгәндәр арта. Ир-егеттәребеҙ үҙ теләге менән батальондарға яҙыла”. Социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов шундай фекерҙә. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан доброволец. “Республикала ойошторолған ике батальонға һәм “Ватан” отряды сафына баҫырға теләгәндәр күп”, - ти ул.

Тыуған ер һәм һөйгән йәр өсөн!

“Ватан” отрядына 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Башҡортостанда тағы ла ике ирекле батальон ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, легендар “Ҡара генерал” Даян Мурзин исемендәге хәрби берләшмәгә 50 йәштән өлкәндәр алына. “Төньяҡ Амурҙары”на 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото №1 - Тыуған ер һәм һөйгән йәр өсөн!
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ