Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле биш УАЗ автомобиле ҡайтарылған. Тиҙҙән йөк машиналары, квадроцикл һәм цистерналар тапшырыла. Бының өсөн бюджеттан 53 миллион һум бүленә. Былтыр “Экология” милли проектына ярашлы республика урмансыларына 23 миллион һумға техника һатып алынды.







