1 марттан закон көсөнә инде. Ойошма хеҙмәткәрҙәрҙе йәшәү урынынан эшкә тиклем ташыуҙы ойошторорға һәм юл өсөн түләргә йәки компенсация бирергә тейеш. Бындай тәртип хеҙмәт килешеүендә күрһәтелә. Әле Рәсәйҙә вахта буйынса 54 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителә. Ойошмаларға машинист, водитель, токарь, слесарь, иретеп йәбәштереүселәр талап ителә.







