Ейәнсура районы ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы сәсеү эштәрен юғары кимәлдә үткәрергә иҫәп тота

Ағалы -ҡустылы Руслан менән Салауат Байбулатовтар үҙ эшен асып, 2012 йылдан үҫемселек тармағына тотонған. Хужаллыҡҡа 120 миллион һумлыҡ техника һатып алынған. Әле 25 берәмек техника иҫәпләнә. Заманса сәсеү комплекстары, автоматлаштытырылған һиптереү ҡорамалдары хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә мөмкинлек бирә.

Техника яҙғы сәсеү эштәрен ойошҡанлыҡ менән үткәреүгә тулыһынса әҙерлек һыҙығында. Үҫемселек тармағы менән етди шөғөлләнеүселәр орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн күпләп ангарҙар төҙөй, яңы фотосепаратор ҙа ауыл хужалығында табышлы эшләүгә киң мөмкинлектәр аса. Ҡытайҙан ҡайтарылған ҡорамал үткән аҙнала ғына ҡоролған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ