Башҡорт дәүләт аграр университетында «Башҡортостан ере» тип исемләнгән конкурс-фестиваль тамамланды

Ижади сара быйыл тәүгә ойошторолдо. Ике көн дауамында республиканың төрлө нөктәһенән ҡатнашыусылар 5 йүнәлеш - йыр, бейеү, музыка ҡоралында уйнау, театр оҫталығы һәм медиа буйынса көс һынашты. Еңеүселәр 75 кеше араһынан билдәләне.

Башҡорт дәүләт университеты менән Ауыл хужалығы министрлығы. тарафынан ойоштороған фестиваль республика агропредприятиелары хеҙмәткәрҙәрен берләштереү, халыҡ ижадын популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Бәйгелә алдынғылыҡ күрһәткән ауыл хужалығы ойошмалары етәкселәре «Агрокомплекс-2023» агросәнәғәт форумында бүләкләнәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ