Саф һауала үткән конкурс-уйындарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ихлас ҡатнашты. Байрам майҙанында урындағы халыҡ тарафынан әҙерләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Сәләмәт тормошто популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған конкурста халыҡ уйындары, күңелле старттар ойошторолдо.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Пушкинский ауылында йәшәүсе хеҙмәт алдынғыларына, һөнәр оҫталарына рәхмәт хаттары тапшырылды. Биләмәнең үҫешенә тос өлөш индергән граждандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшрылды. Ауыл халҡы байрамда әүҙем ҡатнашып, аралашып, рухи көс тупланы.



