Турнир Таштимер ауыл советы биләмәһендә йәшәүселәр менән берлектә ойошторолдо. Бәйге тәүҙә ир-егеттәр араһында уҙғарылһа, һуңынан биләмәнең төрлө учреждениеларында эшләүсе гүзәл заттар майҙан тотто. Ярыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә арналды.
Ойоштороусылар сара сиктәрендә ҡорбан салып, йыйылған халыҡты һыйланы. Һөҙөмтәләр буйынса ир-егеттәр араһынан Салауат ауылы еңеү яулаһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан «Әбйәлил ауылы ҡыҙҙары» командаһына етеүсе булманы. Ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.



