Радий Хәбиров Ирандағы туристик холдингтарҙың береһе етәксеһе менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы

Өфө-Тәһран-Өфө. Радий Хәбиров тура авиабәйләнеш булдырыу буйынса Ирандағы туристик холдингтарҙың береһе етәксеһе менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, бындай рейс эшлекле әүҙемлекте һәм туризмды үҫтереү йәһәтенән мөһим.

Бөгөн Ирандың баш ҡалаһынан Өфөгә Мәскәү һәм Дубай аша сәйәхәт итергә мөмкин. Сит ил авиакомпанияһы вәкилдәре ике яҡ араһын бәйләйәсәк сәфәр ойоштороуға оло ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Пассажирҙарҙы айына дүрт тапҡыр ташыу күҙаллана.

Башҡортостан делегацияһы Иранға ике көнлөк эш сәфәре барышында юғары кимәләге осрашыуҙарҙа ҡатнашты, ике яҡ бизнесы вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр ҙә уҙғарылды. Республиканың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре күрһәтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иран менән оҙайлы, яуаплы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе. Яҡын Көнсығыштағы дәүләт власы ла бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлы.

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Беҙҙең тарихи тамырҙар уртаҡ, иҡтисади үҫеш тә оҡшаш. Шуға күрә ышаныслы партнерҙар һәм дуҫтар булырбыҙ тип иҫәпләйем.

Мөхәммәт Мусави, Ирандың Сәнәғәт, шахта һәм сауҙа министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ