«Герой - Әсә» Альбина Хәйҙәршина тыуған төйәге Балтас районына ҡайтып етте

Ил президенты ҡулынан герой әсә ордены алған Альбина Хәйҙәршина тыуған төйәге Балтас районына ҡайтып етте. Уны ғаиләһендә 13 бала һағынып ҡаршы алған. Кинйә улы 11 айлыҡ Байрас әсәһенә бүләк әҙерләп тәпәй киткән. Татыу ғаиләнең шатлыҡ тулы мәлдәренә БЮТ хәбәрселәре лә шаһит булды.

Альбина менән Винер 30 йыл бергә йәшәй. Хәйҙәршиндар 13 балаға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың һигеҙе әле ата-әсә йортонда. Ҡалғандары үҙаллы тормош башлаған. Һәр бала үҙ бәхете менән донъяға килә, ти Хәйҙәршиндар

Хәйҙәршиндар шәхси йортта йәшәй. Хужалыҡтары бар. Альбина өйҙә, балаларҙы ҡарау менән мәшғүл. Винер аҡса таба. Ғаилә тормошо ҡайнап тора. Йорт эштәренән балаларҙың береһе лә ситтә ҡалмай. Бынан тыш, улар мәктәптә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.

Бәхетле ғаилә тормошоноң төп сере, иптәшеңә хөрмәт менән ҡарау, донъя йөгөн бергәлеп тартыу тигән фекерҙә ир менән ҡатын. Ата-әсәләре менән балалар ҙа килешә.

Хәйҙәршиндарҙың татыу ғаиләһе күңелле мәшәҡәттәр менән йәшәй. Ай һайын тиерлек кемдеңдер тыуған көнө билдәләнә. Сығарылыш кисәләре, балалар баҡсаларындағы төрлө тантаналарҙы иҫәпкә алғанда, герой-әсә менән тырыш атайҙың уңғанлығына һоҡланырға ғына ҡала.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ