Урам һепереүселәргә, төҙөүселәргә, водителдәргә һәм башҡа эшселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәте ҡала тормошо көндәлегендә мөһим урын алып тора, сөнки эшселәр яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, һыу торбаларын ремонтлау, канализацияға бәйле барлыҡ проблемаларҙы хәл итә. Һөнәри байрам үҙе рәсми рәүештә быйыл йәкшәмбе 19 мартта билдәләнер тип көтөлә.






