Мутлашыусыларға күсемһеҙ милек реестрында тупланған шәхси мәғлүмәткә юл ябыла

Бынан ары уны торлаҡ һатыусы граждандар үҙҙәре генә ала алсаҡ. Һатып алыусыларға , риелторҙарға милексенең үҙенә, нотариусҡа һәм дәүләт хеҙмәте порталына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Ләкин был осраҡта ла торлаҡ хужаһы тураһында шәхси мәғлүмәт сикләнгән буласаҡ. Был яңылыҡ мутлашыу осраҡтарын кәметеү маҡсатында индерелә.

Был яңылыҡ айырыуса оло йәштәгеләрҙе, социаль яҡланмаған кешеләрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау маҡсатында индерелә. Сөнки быға тиклем торлаҡ хужаһы тураһында мәғлүмәтте теләгән бер кеше ала алды. Ялған документтар эшләү осраҡтары ла булды. Хәҙер шәхси билдәләр бөтөнләй күрһәтелмәй. Торлаҡ һатыусы уны күп функциялы үҙәктәрҙән алып үҙ теләге менән генә күрһәтә ала.

Эльза Байтирәкова, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ