Өфөлә шорт-трек буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды

Республиканың баш ҡалаһы тәүге тапҡыр күләмле спорт сараһын ҡабул итте, быға тиклем турнир Стәрлетамаҡта уҙғарылғайны. Ярыштың һуңғы көнөндә 1000 метр арауыҡта иң көслөләр билдәләнде. Ир-егеттәр араһында беренсе урынды Санкт-Петербургтан Владимир Балбеков алһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Силәбе өлкәһенән Екатерина Ефременкова яуланы.

Шорт-тректан тыш, конькиҙа йүгереү спорты менән дә әүҙем шөғөлләнәм. Быйылғы миҙгел ярыштарға, еңеүҙәргә бик уңышлы булды. Шуға күрә хәҙер еңел тын алып, ял итергә лә мөмкин. Киләһе турнирҙарға көс тупларға кәрәк.

Екатерина Ефременкова, шорт-трек буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ