Бөгөн Өфөнән яугирҙәр өсөн гуманитар ылау оҙатылды

Ул ирекле батальон һалдаттары һәм мобилизацияланғандарға тәғәйенләнә. “Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙ өсөн иң кәрәкле әйберҙәр тупланды”, - ти Баймаҡ районы Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова. Ул ылауҙы Донбасҡа тиклем оҙатып бара.

Бөгөн Өфөнән яугирҙәр өсөн гуманитар ылау оҙатылды

Гуманитар ылау Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 9 йыл тулыуға арнала. “Бөгөн ошо йылдағы иң ҙур конвойҙарҙың береһен оҙатабыҙ. Уны туплауҙа райондар әүҙем ҡатнашты”, - ти Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Бөгөн Өфөнән яугирҙәр өсөн гуманитар ылау оҙатылды

Башҡортостандан Донбасҡа ебәрелгән әлеге гуманитар ылау иҫәбе буйынса 22-сеһе булды. Уны оҙатыу сараһы барышында фиҙаҡәр водителдәргә Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнән яугирҙәр өсөн гуманитар ылау оҙатылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ