Эшләгеҙ, туғандар! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында видеояҙма һалды.
Унда билдәле журналист Александр Сладков алғы һыҙаттағы республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәре хаҡында һөйләй. Үҙен Ильмир тип таныштырған яугир Кахов һыуһаҡлағысының ҡаршы ярындағы дошман позицияларын 13 саҡрым алыҫлыҡтан күҙәтә.
Яҡташыбыҙ Александр Сладковҡа хәрби биләмәгә тиклем Туймазы районында механизатор булып эшләгәнен һөйләй. Хәрби журналист башҡорттар менән бер тапҡыр ҙа яҡындан аралашмауын, әммә егеттәребеҙҙең бик шәп һәм намыҫлы булыуҙарын билдәләй.






